+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Марта 2022, 04:20

Рәсүл Сәғитовтың китабы татар телендә сыҡты

“Юлдаш” радиоһы мөхәррире, билдәле журналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитовтың сираттағы китабы Казанда донъя күрҙе.

Рәсүл Сәғитовтың китабы татар телендә сыҡтыРәсүл Сәғитовтың китабы татар телендә сыҡты
Рәсүл Сәғитовтың китабы татар телендә сыҡты

“Юлдаш” радиоһы мөхәррире, билдәле журналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитовтың сираттағы китабы Казанда донъя күрҙе.

“Көләч сулар” – авторҙың 14-се китабы. Ул “Берҙәмлек кәштәһе” шәлкеме сиктәрендә 1 мең тираж менән баҫылған.

Рәсүл Сәғитов – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.   

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас