+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Марта 2022, 04:05

Нефтекама ҡалаһын Эльдар Вәлидов етәкләне

Кисә Нефтекама ҡала округы Советы депутаттары ултырышы үтте. Унда ҡала хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Нефтекама ҡалаһын Эльдар Вәлидов етәкләнеНефтекама ҡалаһын Эльдар Вәлидов етәкләне
Нефтекама ҡалаһын Эльдар Вәлидов етәкләне

Кисә Нефтекама ҡала округы Советы депутаттары ултырышы үтте. Унда ҡала хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.

Депутаттар бер тауыштан был юғары вазифаға быға тиклем хакимиәт башлағы урынбаҫары булып эшләгән Эльдар Вәлидовты һайлап ҡуйҙы.

Уға 38 йәш. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт карьераһын йәштәр комитеты рәйесе булараҡ башлаған. 2019 йылдан – хакимиәттең эштәр менән идарасыһы, 2020 йылдан урынбаҫар вазифаларын биләгән.

Билдәле булыуынса, Нефтекаманың элекке башлығы Ратмир Мәүлиев Өфө мэры итеп тәғәйенләнде.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас