

Шиғриәт кисәһендә Гөлназ Ҡотоеваның ижадташ дуҫы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Лилиә Ишемйәрова, йәш шағирәләр Нәркәс Ҡәйепҡолова һәм Айзилә Мортаева ҡатнашты.
Күркәм сараны ойоштороусы милли китапхана хеҙмәткәрҙәренә, БДУ-ның филология фәндәре кандидаты, доцент Мөнир Иҙел улы Ҡарабаевҡа һәм М.Аҡмулла исемендәге колледж уҡытыусыһы Валентина Яковлевна Носоваға студенттар күңелендә әҙәбиәткә, шиғриәткә һөйөүҙе үҫтерергә тырышыуҙары өсөн ҙур рәхмәт. Ошондай күңел байрамдары йышыраҡ булып торһон.