+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
22 Марта 2022, 07:51

Башҡорт егете Илдар Абдуллин «Яңы йондоҙ – 2022» йыр бәйгеһендә сығыш яһаясаҡ

«Йондоҙ» федераль телеканалында оҙаҡламай «Яңы йондоҙ – 2022» йыр-моң бәйгеһе тамашасы хөкөмөнә сығарыла. Был ижади проекттың үҙенсәлеге шунда: конкурста Рәсәйҙең бөтә 85 субъектынан вәкилдәр ҡатнаша. Илдең төрлө төбәгенән йыйылған иң көслө һәм иң һәләтле башҡарыусылар, һәр береһе үҙ тыуған төйәген яҡлап, бер сәхнәлә көс һынаша. Мәртәбәле бәйгелә Башҡортостан исеменән Башҡорт дәүләт филармонияһының йәш солисы Илдар Абдуллин сығыш яһаясаҡ.

Башҡорт егете Илдар Абдуллин «Яңы йондоҙ – 2022»  йыр бәйгеһендә сығыш яһаясаҡБашҡорт егете Илдар Абдуллин «Яңы йондоҙ – 2022»  йыр бәйгеһендә сығыш яһаясаҡ
Башҡорт егете Илдар Абдуллин «Яңы йондоҙ – 2022» йыр бәйгеһендә сығыш яһаясаҡ

«Йондоҙ» федераль телеканалында оҙаҡламай «Яңы йондоҙ – 2022» йыр-моң бәйгеһе тамашасы хөкөмөнә сығарыла. Был ижади проекттың үҙенсәлеге шунда: конкурста Рәсәйҙең бөтә 85 субъектынан вәкилдәр ҡатнаша. Илдең төрлө төбәгенән йыйылған иң көслө һәм иң һәләтле башҡарыусылар, һәр береһе үҙ тыуған төйәген яҡлап, бер сәхнәлә көс һынаша. Мәртәбәле бәйгелә Башҡортостан исеменән Башҡорт дәүләт филармонияһының йәш солисы Илдар Абдуллин сығыш яһаясаҡ.

 Ойоштороусылар белдереүенсә, унда тамашасылар Рәсәйҙең төрлө төбәгенең гүзәллеген, халыҡтары һәм тәбиғәте матурлығын, үҙенсәлекле асылын да күрә, тоя аласаҡ.   

 Конкурс РФ оборона һәм Рәсәй мәҙәниәт министрлыҡтары ярҙамы менән уҙғарыла. Төп приз – һөнәри үҫеш өсөн финанс ярҙам. Һөҙөмтәлә ике еңеүсе билдәләнәсәк: береһен жюри ағзалары һайлаһа, икенсеһе тамашасыларҙың тауыш биреүе аша асыҡлана.  Беҙҙең республика исеменән Башҡорт дәүләт филармонияһының йәш солисы Илдар Абдуллин сығыш яһаясаҡ. Ул әлеге көндә Ырумбур дәүләт сәнғәт институтында белем ала.   Илдар  «Яңы йондоҙ» проектының тәүге миҙгелендә ҡатнашҡан һәм финалға сығыу бәхетенә ирешкән. Яңы сығышын ул 2016 йылда авиафажиғәлә һәләк булған Александров ансамблендәге хеҙмәттәштәре һәм дуҫтарына арнай. Тауыш биреүҙәр 9 апрелдән башлап аҙна һайын барасаҡ.  Дуҫтар, ысын күңелдән егетебеҙҙе хуплайыҡ. Ижади уңыштар һиңә, Илдар!

Фото: Башҡортостан Республикаһының рәсми порталынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас