-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
22 Март 2022, 11:08

Бөгөн – Бөтә донъя һыу көнө

Һыу ресурстары көнөн билдәләү тураһындағы тәүге тәҡдим 1992 йылда Рио-де-Жанейрола үткән БДБ-ның тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған конференцияла тыуа. Был көн халыҡҡа таҙа һыуҙы һаҡларға кәрәклекте тағы ла бер тапҡыр аңғарта.  Нобель премияһы лауреаты Курт Вютрих киләсәктә нефть бөтәсәге тураһында борсолоуҙан бигерәк, ҡоролоҡ хаҡында уйларға саҡыра. Бөгөн Ер шарындағы халыҡтың яртыһына эсәр һыу етмәй.

Бөгөн – Бөтә донъя һыу көнө
Бөгөн – Бөтә донъя һыу көнө

Һыу ресурстары көнөн билдәләү тураһындағы тәүге тәҡдим 1992 йылда Рио-де-Жанейрола үткән БДБ-ның тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналған конференцияла тыуа.

Был көн халыҡҡа таҙа һыуҙы һаҡларға кәрәклекте тағы ла бер тапҡыр аңғарта.  Нобель премияһы лауреаты Курт Вютрих киләсәктә нефть бөтәсәге тураһында борсолоуҙан бигерәк, ҡоролоҡ хаҡында уйларға саҡыра. Бөгөн Ер шарындағы халыҡтың яртыһына эсәр һыу етмәй. Шуға беҙ уны үтә һаҡсыл тотонорға бурыслы. Сөнки һыуһыҙ донъяла йәшәү мөмкин түгел, бар тереклек мохтаж ул тылсымға. Һыуға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы, рәхмәтле булайыҡ! "Һыуҙан таҙа булып булмаҫ", "Һыуҙан оло булма", "Эскән һыуыңа төкөрмә" тип мәҡәлдәребеҙ ҙә борон-борондан һыуға миһырбанлы булырға саҡыра. Изге ниәт менән өшкөртөлгән һыу сирлене аяҡҡа баҫтырырға һәләтле. Эскән һыуҙарыбыҙ шифа ғына булһын!

Беҙҙең илдә һәм республикала һыу запасы етерлек әлегә. Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 57 километрҙан ашҡан 13 меңгә яҡын йылға бар. Башҡортостандың төп һыу сығанағы булып Ағиҙел йылғаһы һанала.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: