+23 °С
Облачно


Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, юлдарҙа хәүефкә дусар иң ҙур категория – балалар.
Йыл башынан республикала йәйәүле 17 бала машина аҫтында ҡалған. Ете осраҡта балалар үҙҙәре ғәйепле булһа, ҡалғандары – водителдәр выжданында. Күберәк 7 – 10 йәштәрҙәге балалар зыян күрә. Һәр дүртенсе осраҡ юл аша махсус үтеү урындарынан ситтә теркәлгән. Балалар, гаджеттарына мөкиббән китеп, хәүефһеҙлек тураһында онота.