+15 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
21 Март 2022, 03:25

Ятаҡта тағы ут сыҡты

Бөгөн төндә Революция урамында урынлашҡан аграр университеттың ятағында тағы янғын сыҡҡан. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итәләр.

Ятаҡта тағы ут сыҡтыЯтаҡта тағы ут сыҡты
Ятаҡта тағы ут сыҡты

Бөгөн төндә Революция урамында урынлашҡан аграр университеттың ятағында тағы янғын сыҡҡан. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итәләр.

Ғәҙәттән тыш хәл тураһында сигнал 00.43 сәғәттә килеп еткән. Ятаҡтан 253 кеше урамға сығарылған. Янғынды һүндереүгә 9 берәмек техника, 21 янғын һүндереүсе йәлеп ителгән. Зыян күреүселәр юҡ.

Асыҡланыуынса, ятаҡтың 6-сы ҡатындағы бүлмәләрҙең береһендә принтер янып киткән.  

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас