+7 °С
Ясно


Һуңғы осорҙа төрлө иғландарға, йә телефондан шылтыратыуҙарға, килгән хәбәрҙәргә ышанып, аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан кешеләр һаны арта.
Нефтекаманан 33 йәшлек ир социаль селтәрҙәрҙә, машина бамперын һатыу тураһында иғлан күрә. Яҙышып аралашҡандан һуң, кәрәкле запчасты алыр өсөн 12 мең һум аҡса күсерә. Тик бамперҙы ла, аҡсаһын да башҡа күрмәй. “Һатыусы” ла социаль селтәрҙәрҙәге битен яба. Зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.