+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Марта 2022, 10:12

Радий Хәбиров Донецк дауаханаһында эшләүсе Башҡортостан табиптарына рәхмәт әйтте

Донбассҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Донецк клиник территориаль медицина берекмәһендә булды. Унда башҡа белгестәр менән бер рәттән Башҡортостандан да табип-ирекмәндәр эшләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Донецк дауаханаһында эшләүсе Башҡортостан табиптарына рәхмәт әйттеРадий Хәбиров Донецк дауаханаһында эшләүсе Башҡортостан табиптарына рәхмәт әйтте
Радий Хәбиров Донецк дауаханаһында эшләүсе Башҡортостан табиптарына рәхмәт әйтте

Донбассҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Донецк клиник территориаль медицина берекмәһендә булды. Унда башҡа белгестәр менән бер рәттән Башҡортостандан да табип-ирекмәндәр эшләй.

Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында Ҡыуатов исемендәге Республика клиника дауаханаһынан, Республика табиплыҡ-физкультура диспансерынан, Өфөнөң 5-се һәм 13-сө дауаханаларынан, Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһынан, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһынан, Баҡалы һәм Туймазы үҙәк район дауаханаларынан йәмғеһе 10 табип һәм өс шәфҡәт туташы эшләй. Улар ауырыуҙарҙы һәм яралы яугирҙәрҙе дауалаусы коллегаларына ярҙам итергә килгән. Табиптар араһында – бөгөн Донбасста иң кәрәкле белгестәр: нейрохирург, отоларингологтар, хирургтар, анестезиологтар, эндоскопистар.

Радий Хәбиров Башҡортостандан килгән табиптарға уларҙың гражданлыҡ позицияһы һәм Донбасстағы коллегаларына баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтеүҙәре өсөн рәхмәт әйтте.

– Беҙҙең табиптар һәм шәфҡәт туташтары үҙҙәренең һөнәри бурысын иң ҡатмарлы шарттарҙа үтәүсе ҡаһарман йөрәкле кешеләр икәнлеген тағы ла бер тапҡыр раҫланы, – тине республика етәксеһе. Ул Донецкиға Башҡортостандан ҙур делегация менән килеүҙәрен билдәләне. Иҡтисад, ауыл хужалығы, ғилми-техник һәм мәғариф өлкәләрендә Донецк Халыҡ Республикаһы менән берлектәге хеҙмәттәшлек буйынса киләсәккә ҙур пландар булыуын әйтеп үтте.

Башҡортостан Башлығы Донецк милли медицина университеты ректоры Григорий Игнатенкоға һәм Донбасс медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт хаттары тапшырҙы. Радий Хәбиров, тыныслыҡ урынлашҡандан һуң  Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Башҡортостан табиптары әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итер, берлектә операциялар үткәрер, тигән ышаныс белдерҙе.

– Һигеҙ йыл дауамында беҙ Рәсәйҙәге дуҫтарыбыҙ һәм туғандарыбыҙ ярҙамын тоябыҙ. Бары тик шул ярҙам Донбассты туғандар ҡәберлегенә әйләнеүҙән һаҡлап ҡалды. Беҙ Шайморатов генерал һәм башҡорт кавалеристары батырлығы хаҡында изге иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Һәм беҙ ирекмәндәр булып үҙҙәренең коллегаларына ярҙамға килгән Рәсәй табиптарына, шул иҫәптән Башҡортостандан килгән табиптарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, – тине Донецк медицина университеты ректоры Григорий Игнатенко.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас