

Ошо көндәрҙә Баймаҡ лицей-интернатында Мәрәҫ ауылы егете, ошо мәктәптә уҡыған Курск һыу аҫты кәмәһе мичманы Фәнис Мәлек улы Ишморатовтың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында таҡтаташ асылды.
Фәнис Мәлек улы Ишморатов «Курск» атом һыу аҫты кәмәһендә мичман дәрәжеһендә хеҙмәт итә. 2000 йылдың 12 авгусында ул 118 кешенән торған экипаж менән фажиғәле һәләк була.
Таҡтаташ асыу тантанаһында Фәнис Ишморатовтың атаһы Мәлек Ишморатов, ғаиләһе, туғандары, шулай уҡ Баймаҡ районы хакимиәте һәм мәғариф бүлеге вәкилдәре, ветерандар советы “Хәрби туғандар", хәрби моряктар ойошмалары етәкселәре, әүҙемселәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы кадеттары һәм лицей уҡыусылары ҡатнашты, тип хәбәр ителә Баймаҡ лицей-интернатының социаль селтәрҙәрҙәге битендә.