+6 °С
Облачно


Башҡортостанда һуңғы ике айҙа ғына юл-транспорт ваҡиғаларында ике бала мәрхүм булған, 50-һе тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа балаларҙың үлем осрағын һәм ҡазаланыуын иҫкәртеү маҡсатында республикала “Һаҡ булығыҙ – балалар!” акцияһы старт алды. Ул 8 апрелгә тиклем дауам итә.
Акция барышында мәктәптәрҙә юлда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, класс сәғәттәре, әңгәмәләр үткәреү ҡаралған. Юл пост хеҙмәте транспортта балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшерәсәк, тип белдерә ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.