+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Марта 2022, 04:30

Төҙөлөш график буйынса бара

Өфөнән Көнсығышҡа сығыу юлы 2023 йылдың аҙағында сафҡа индерелергә тейеш.

Төҙөлөш график буйынса бараТөҙөлөш график буйынса бара
Төҙөлөш график буйынса бара

Өфөнән Көнсығышҡа сығыу юлы 2023 йылдың аҙағында сафҡа индерелергә тейеш.

Материалдарға хаҡтарҙың артыуына һәм санкцияларға ҡарамай, төҙөлөш графикка ярашлы бара. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, кисә  проектың автомобиль юлы тоннеле төҙөлөшөндә булып, киң мәғлүмәт саралары һорауҙарына яуап биргәндә белдерҙе.

«2020 йылдың февралендә башланған төҙөлөштөң темпын туҡтатырға ярамай. Яҡын арала, беренсенән, проекттың хаҡын ҡайтанан тикшерергә, икенсенән, кәрәкле материалдар менән объектты өҙлөкһөҙ тәьмин итергә кәрәк. Хәл итеүҙе талап иткән башҡа мәсьәләләр ҙә бар», – тине ул.

Әлеге ваҡытта объектҡа 2 489 кеше, 357 берәмек төҙөлөш техникаһы һәм ҡорамалы йәлеп ителгән.

Был инфраструктур проект үҙ эсенә 1,2 саҡрым оҙонлоғондағы автомобиль юлы тоннелен; 2,7 саҡрымлыҡ эстакада менән Өфө йылғаһы аша күперҙе һәм 10 саҡрым оҙонлоҡтағы «Урал» М-5 федераль трассаһына йәнәш автомобиль юлын үҙ эсенә ала.

Объект төҙөлөшөнөң дөйөм хаҡы 33,5 миллиард һумға баһалана. Шуның 19,9 миллиард һумы – федераль бюджеттан, 4,5 миллиард һумы – Башҡортостан бюджетынан, 9 миллиарды бюджеттан тыш сығанаҡтар аша бүленә.

Олег Яровиков фотоһы. 

Автор:
Читайте нас