+9 °С
Облачно


Башҡортостандың паралимпия спорты вәкиле Александр Давидович Ханты-Мансиҙа барған «Беҙ бергә. Спорт» Ҡышҡы уйындарында икенсе миҙалын алды.
Спортсы «биатлон спринты» дисциплинаһында финишҡа өсөнсө булып килеп, Давидович республика өсөн бронза миҙал яуланы.
Бынан алда «Башинформ» Александр LW10-12 класында (ултырып) ирекле стиль менән 10 саҡрымға саңғы ярышында көмөш миҙалға лайыҡ булыуы тураһында хәбәр иткәйне.
Фото: "Башинформ"дан.