+22 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
18 Март 2022, 14:52

Онлайн-консультациялар үҙәге асылды

Башҡортостанда тәүлек әйләнәһенә медицина консультациялары биреүсе дистанцион үҙәк асылды. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Онлайн-консультациялар үҙәге асылдыОнлайн-консультациялар үҙәге асылды
Онлайн-консультациялар үҙәге асылды

Башҡортостанда тәүлек әйләнәһенә медицина консультациялары биреүсе дистанцион үҙәк асылды. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Үҙәктең төп маҡсаты – коронавирус диагнозы раҫланған һәм сирҙе сағыштырмаса еңел кисереп өйҙә дауаланыусы ауырыуҙарға, шулай уҡ киҫкен респиратор вируслы инфекция һәм грипп билдәләре булған йәки был сирҙәр раҫланған сырхауҙарға ярҙам ойоштороу.

Өфө ҡалаһының 5-се, 8-се, 13-сө, 18-се һәм 21-се дауаханалары медицина хеҙмәткәрҙәре һәм табиптары, телемедицина технологияларын ҡулланып, тәүлек әйләнәһенә дистанцион рәүештә медицина ярҙамы күрһәтәсәк.

Республикабыҙҙың һәр гражданины, респиратор вируслы инфекция билдәләре бар икән, был хеҙмәттән файҙалана ала. Бының өсөн контакт-үҙәккә “122” номеры буйынса шылтыратып, өҫтәмә рәүештә "4” һанын йыйырға кәрәк. Үҙәк белгестәре беренсел консультация үткәрер, һаулығығыҙ торошо буйынса һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирер, кәрәк икән, дауалауға үҙгәрештәр индерер йәки өйөгөҙгә табип саҡыртыр.

Фото Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас