+9 °С
Болотло


Кисә хоккей буйынса Гагарин Кубогы өсөн көрәштең ярым финалында “Салалуат Юлаев” менән “Трактор” командалары беренсе уйын үткәрҙе.
Осрашыу Силәбелә булды. Мачтың 22-се минутында беҙҙең хоккейсы Степан Санников ҡаршы яҡҡа гол индерҙе. Уйындың берҙән-бер һөҙөмтәле ошо атакаһы “Салауат Юлаев”ҡа еңеү килтерҙе.
Сираттағы осрашыу 19 мартта Өфөлә ҡаралған. Башланыу ваҡыты – 17.00 сәғәттә.