+15 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Марта 2022, 04:10

19 һәм 20 мартта Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә

Республиканың баш ҡалаһында ял көнө йәрминкәләре дауам итә.

19 һәм 20 мартта Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә19 һәм 20 мартта Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә
19 һәм 20 мартта Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә

Республиканың баш ҡалаһында ял көнө йәрминкәләре дауам итә.

Алдағы шәмбе көнө ауылдан килтерелгән ит, һөт ризыҡтарын, бал һәм башҡа аҙыҡ-түлекте Правда урамында (Таллин һәм Ухтомский урамдары арауығында), Интернациональ һәм Машина төҙөүселәр урамдары киҫешендә, Рабкор урамындағы, “Тулҡын” паркы (Затон), Спорт һарайы (Р.Зорге урамы, 41) һәм Йәштәр һарайы (Октябрҙың 50 йыллығы урамы, 21) алдындағы майҙансыҡтарҙа, С. Орджоникидзе (Беренсе май урамы) майҙанында һатып алырға мөмкин.    

Йәкшәмбе көнө иһә йәрминкә Интернациональ һәм Машина төҙөүселәр урамдары киҫешендә, Спорт һарайы һәм Йәштәр һарайы алдындағы майҙансыҡтарҙа, С. Орджоникидзе майҙанында эшләй.   

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас