+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Марта 2022, 11:34

Тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артасаҡ

Башҡортостанда тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәренә, категорияларына һәм стаждарына ҡарап, эш хаҡын күтәрәләр.

Тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артасаҡТиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артасаҡ
Тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артасаҡ

Башҡортостанда тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәренә, категорияларына һәм стаждарына ҡарап, эш хаҡын күтәрәләр. Башҡортостан Хөкүмәте  премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы рәйесе Рауль Халфин һәм “Һаулыҡ һаҡлауҙы һәм йәмәғәт һаулығын ойоштороу буйынса йәмғиәт” Бөтә Рәсәй ойошмаһының төбәк бүлексәһе идараһы рәйесе Ринат Нагаев Тармаҡ килешеүенә тейешле үҙгәрештәр индереүгә ҡул ҡуйҙы.

 “Был аҙым социаль партнерлыҡты яҡшыртыуға, тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәренең, шоферҙарының эш хаҡы кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән.  Ул беҙҙең коллективтарҙы нығытасаҡ һәм туплаясаҡ. Өҫтәмәләр күләме медицина ойошмаларына бәйле буласаҡ, коллектив килешеүҙәргә үҙгәрештәр индереләсәк, тип ҡарар иттек. Килешеү ваҡыт буйынса сикләнмәгән”, – тине республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

 Документҡа ярашлы, тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәренә төнгө ваҡыттағы эш өсөн өҫтәмәләр 50 проценттан 80 процентҡа тиклем күтәреләсәк, үҙҙәре атлай алмаған ауырыуҙарҙы ташыуҙа ярҙам иткән өсөн шоферҙарға 20 процент өҫтәмә ҡаралған.

Үҙгәрештәр ике мең тиҙ ярҙам хеҙмәткәренә һәм бер меңгә яҡын шоферға ҡағыласаҡ.

Фото: ГОРОБЗОР.Ру

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас