+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Марта 2022, 04:30

Премияһы – 300 мең һум

Өфө ҡала хакимиәте Үҙәк баҙар тапҡырындағы юл ҡулсаһы уртаһына ҡуйыр өсөн арт-объект проектына конкурс иғлан итте.

Премияһы – 300 мең һумПремияһы – 300 мең һум
Премияһы – 300 мең һум

Өфө ҡала хакимиәте Үҙәк баҙар тапҡырындағы юл ҡулсаһы уртаһына ҡуйыр өсөн арт-объект проектына конкурс иғлан итте.

Был турала кисә мэриялағы кәңәшмәлә хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ратмир Мәвлиев белдерҙе. Конкурста илдең теләһә ҡайһы төбәгенән архитекторҙар, дизайнерҙар ҡатнаша ала. Еңеүсене 300 мең һум премия көтә.

Эштәрҙе Өфө ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, депутаттар, художниктар һәм скульпторҙарҙан торға жюри баһалаясаҡ.

Еңеүсе 11 апрелдә билдәле була.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас