+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Марта 2022, 06:02

Ирекмәндәр ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ҙур

“Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәре Өфөлә көн һайын мохтаждарға дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек илтә.

Ирекмәндәр ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ҙурИрекмәндәр ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ҙур
Ирекмәндәр ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ҙур

“Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәре Өфөлә көн һайын мохтаждарға дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек илтә. Күп балалы ғаиләләрҙән, яңғыҙ  йәшәүсе оло йәштәгеләрҙән, инвалидтарҙан заявкалар “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәгендә ҡабул ителә.

Ялҡынлы йөрәкле Венера Леконцева пандемия башланғандан алып ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Ул Башҡортостан Республикаһы  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай файҙаланыуға биргән автомобилдә аҙыҡ-түлек йыйылмалары тарата.

“Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр араһында яңғыҙ пенсионерҙар һәм инвалидтар, ишле һәм тулы булмаған ғаиләләр күп. Ә бит ҡайһы берәүҙәр, хәлдәре бик ауыр булһа ла, үҙҙәре ярҙам һорарға ояла. Беҙ булышлыҡ иткән кешеләрҙең ихлас рәхмәте күңелемә дәрт өҫтәй”, – ти Венера Леконцева.

52 йәшлек Венера Леконцева Башҡортостан Йәштәр үҙәгендә өҫтәмә белем педагогы булып эшләй. Ул – ике бала әсәһе. Улдары Федор менән Артем уның башҡаларға ярҙам итергә тырышыуын хуплап тора. “Балаларымдың ҡеүәтләүе миңә көс бирә”, – ти әсә.

Ошо көндәрҙә ирекмән 61 йәшлек Ольга Молотоваға аҙыҡ-түлек алып килгән. Ольга ханымдың пенсия бәләкәй. Пенсияның күп өлөшө дарыуҙарға китеп торғанлыҡтан, аҙыҡ-түлеккә аҡсаһы аҙ ҡала икән.

 “Берҙәм Рәсәй” партияһы ирекмәндәренә оло рәхмәттәремде еткерергә теләйем. Минең өсөн уларҙың ярҙамы ныҡ мөһим”, – тип бүлешә Ольга Молотова.

Венера Леконцева шулай уҡ Мария Лысухинаға аҙыҡ-түлек килтергән. 41 йәшлек Мария – беренсе төркөм инвалиды, яңғыҙы ғына йәшәй, туғандары ла, яҡындары ла юҡ. Ул ирекмәнгә рәхмәттәр уҡып, һаулыҡ теләй.

“Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәгенә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иттем. Һәр ваҡыт тыңлайһығыҙ, булышлыҡ итәһегеҙ.  Ярҙамығыҙ баһалап бөткөһөҙ, һеҙгә ихлас рәхмәттәрем яуһын”, – ти Мария Лысухина.

Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” волонтерлыҡ үҙәге 2020 йылдың мартында ойошторолғайны. Ул Башҡортостандың 25 эре волонтерлыҡ ойошмаһын берләштерә. Ирекмәндәр пандемияның тәүге көндәренән үк мохтаждарға ярҙам күрһәтә.

 Колл-үҙәккә эш көндәрендә иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем 8-800-201-89-03 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас