+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Марта 2022, 04:09

"Дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ"

Йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлегенә ингән бөтә препараттар (улар 800-ҙән ашыу) республикабыҙҙа бар. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында булып үткән брифингта республика Хөкүмәте вице-премьеры–һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин шулай тип белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ""Дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ"
"Дарыуҙарға ҡытлыҡ юҡ"

Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкциялар арҡаһында дарыуҙарға, бигерәк тә сит илдә етештерелгәндәренә, ҡытлыҡ юҡмы икән, тип борсолоусылар бар. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында булып үткән брифингта республика Хөкүмәте вице-премьеры–һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар исемлегенә ингән бөтә препараттарҙың (улар 800-ҙән ашыу) республикабыҙҙа булыуы хаҡында белдерҙе.

Ул министрлыҡтың көн һайын хәлде тикшереп тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Башфармация" дәүләт селтәрендә лә, башҡа эре дарыуханалар селтәрендә лә дарыуҙар етерлек.

"Дарыуҙар менән тәьмин итеүсе партнерҙарыбыҙ баш тартҡаны юҡ, бөтә контракттар ҙа тулы кимәлдә үтәлә. Запас тупланған. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ла Хөкүмәт кәңәшмәһендә был мәсьәләлә проблемалар тыуырға тейеш түгеллеген белдерҙе", – тип аңлатты Максим Забелин. Ул дарыуҙарҙы алдан күп итеп алмаҫҡа кәңәш итте. "Сөнки препараттарҙы һаҡлау ваҡыты бар, кешеләр аҡсаларын ғына әрәм итеүе ихтимал", – тине ул.

Министр әйтеүенсә, йәшәү өсөн мөһим дарыуҙарға хаҡтар дәүләт тарафынан көйләнә, шуға улар ҡиммәтләнергә тейеш түгел. Максим Забелин шулай уҡ Өфөлә "Фармстандарт" предприятиеһында 119 исемдәге дарыу етештерелеүен өҫтәне.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас