

15 мартта Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле композитор, автор – башҡарыусы Нурия Абдуллинаға 65 йәш тулды. Арҙаҡлы ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе үҙенең ғүмер байрамын Төркиәлә ҡаршылай.
Нурия Абдуллина киң даирә тамашасыларға үҙенең популяр йыр- моңдары, “Юлдаш” йыр һәм мәғлүмәт каналының алып барыусыһы булараҡ билдәле. Уның Фәрүәз Урманшин һәм Резида Әминева башҡаруындағы “Яңғыҙҙарҙы кемдәр яратыр” йыры хатҡа хитҡа әйләнгәйне. Нурия Нәсибулла ҡыҙы матур ижад юлы үтте, уның тапшырыуҙарын әле лә радио тыңлаусылар һағына, ә йырҙарын халыҡсанлығы, моңо өсөн әле лә яратып тыңлайҙар.
Һуңғы йылдарҙа йырсыны яман сир шаңҡытты. Әммә Нурия Абдуллина тиҙ генә бирешә торған ҡатын- ҡыҙҙарҙан түгел. Ул һәр көнөн көрәшеп йәшәй, социаль селтәрҙәрҙә был хаҡта асыҡтан- асыҡ яҙа, үҙенең хәле, фекерҙәре менән бүлешеп бара.
Нурия апай Абдуллина әле Төркиәлә. Быны ул сире арҡаһында климат үҙгәртеүгә бәйләне.
Нурия апай Абдуллинаны күркәм юбилей байрамы менән ҡотлайбыҙ. Уға иҫәнлек- һаулыҡтар теләп ҡалабыҙ!