+23 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Марта 2022, 12:37

Кардиология үҙәге онлайн-консультациялар үткәрә

Республика кардиология үҙәге район дауаханалары менән телемедицина консультациялары уҙғара. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.  

Кардиология үҙәге онлайн-консультациялар үткәрәКардиология үҙәге онлайн-консультациялар үткәрә
Кардиология үҙәге онлайн-консультациялар үткәрә

Республика кардиология үҙәге район дауаханалары менән телемедицина консультациялары уҙғара. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.  

Онлайн-консультациялар 18 мартта –  Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһында (Илеш районы),

21 мартта – Белорет үҙәк район дауаханаһында,

​22 марта – Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһында,

24 мартта – Оло Усть-Икин үҙәк район дауаханаһында (Мәсетле районы),

28 мартта – Учалы үҙәк район дауаханаһында,

29 мартта – Языково үҙәк район дауаханаһында (Благовар районы),

31 мартта  Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында (Салауат районы) буласаҡ.

2022 йылдың ғинуар-февраль айҙарында кардиоүҙәк белгестәре республика ҡала һәм райондарында йәшәүсе 300-ҙән ашыу пациентҡа онлайн-консультация үткәргән.

Медицина күрһәтмәләре булғанда, дистанцион консультация уҙғарыу хаҡындағы ҡарарҙы йәшәү урыны буйынса табип йәки ФАП фельдшеры ҡабул итә. Онлайн-консультацияла Үҙәк белгесе пациентҡа һорауҙар бирә, уның һорауҙарына яуаптар ҡайтара, шулай уҡ, дауалаусы табип алдан электрон почта аша ебәргән анализдар һәм тикшереү һөҙөмтәләрен күҙҙә тотоп, райондағы коллегаһына кәңәштәр бирә.

Онлайн-ҡабул итеү һөҙөмтәләрен һәм рекомендацияларҙы дауалаусы табипҡа шунда уҡ электрон почта аша ебәрәләр. Шулай итеп, телемедицина йыраҡ райондарҙа йәшәүсе ауырыуҙарға, юлға ваҡыт, көс һәм аҡса сарыф итмәйенсә, кардиология үҙәге белгестәренең консультацияһын алырға ярҙам итә. 

Фото Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан. 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас