

Өфө дәүләт авиация техник университеты ғалимдары Рәсәй Фәндәр академияһының Геофизика үҙәге (Мәскәү) хеҙмәткәрҙәре менән берлектә арктика поляр балҡышы һәм электр ҡеүәте таралышын күҙаллаған веб-геомәғлүмәти система уйлап тапҡан. Ул реаль ваҡыт режимында поляр балҡыш хаҡында ҡыҫҡа ваҡытлы мәғлүмәт менән тәьмин итә. Рәсәй ғилми фондының Гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған һәм Арктиканы үҫтереүгә йүнәлтелгән проект-офисы 2022 йылда веб-ҡушымталар араһында ESRI конкурсында еңеү яулаған.
Төньяҡ балҡышы — күк йөҙөн биҙәгән арбағыс көскә эйә тәбиғи күренеш. Әммә һоҡланғыс иллюминация, матурлыҡтан тыш, юғары киңлектәге техник системалар инфраструктураһы эшенә ҡурҡыныс менән дә янай. Арктика райондарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә һәм ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын табыуҙа төньяҡ балҡышының магнит әүҙемлеген тикшереп тороу бөгөн айырыуса киҫкен мәсьәләгә әйләнгән. Күҙаллау, ҡояш һәм ел тиҙлегенә ҡарап, яҡынса 20-40 минутҡа иҫәпләгән. Был мөғжизәле тәбиғи күренештең экстремаль геомагнит тәьҫире төбәктәге технологик инфраструктуралар эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай. Мәҫәлән, навигация системаларында, ҡыҫҡа тулҡынлы радиоэлемтәлә тотҡарлыҡтар, тимер юлдарының автоматика системаһында өҙөклөктәр барлыҡҡа килтереүе ихтимал. Геомәғлүмәти система, хәүеф менән янаған хәлдәрҙе алдан күҙаллап, зыянды булған тиклем кәметеү мөмкинлеген бирә», — тип аңлатты проект етәксеһе, Өфө дәүләт авиация техник университеты кафедраһы доценты Андрей Воробьев. Геомәғлүмәти система менән «Виртуаль глобус» сайтында танышырға мөмкин. Сайттың адресы: http://aurora-forecast.ru/.
Фото: Республика Хөкүмәте сайтынан.