+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Марта 2022, 13:00

Коронавирус менән сирләү 25 процентҡа кәмегән

Республикала тәүлек эсендә коронавирус 1700 ауырыуҙа асыҡланған. Пандемия башланғандан алып ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 262 323-кә еткән. Был турала бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте. 

Коронавирус менән сирләү 25 процентҡа кәмегәнКоронавирус менән сирләү 25 процентҡа кәмегән
Коронавирус менән сирләү 25 процентҡа кәмегән

Республикала һуңғы тәүлектә коронавирус 1700 ауырыуҙа асыҡланған. Пандемия башланғандан алып ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 262 323-кә еткән. Был турала бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.  

Максим Забелин аҙаҡҡы аҙнала ковид менән ауырыусыларҙың 25 процентҡа кәмеүен билдәләне.

Әлеге мәлдә 28 927 сырхау өйөндә дауалана. 190 сирле дауаханала ята, 28-е – реанимацияла.

Республикала ковид-ауырыуҙар өсөн 1500 койка тәғәйенләнгән, шуның 41 проценты әле буш.

 Төбәгебеҙҙә вакцинация дауам итә. Прививканың тәүге компонентын 2490 986 кеше, йәғни ололарҙың 80 проценттан ашыуы яһатҡан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас