+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Марта 2022, 03:55

Көндәр һалҡын була

Төньяҡ циклонының республика биләмәһенә үтеп инеүе сәбәпле, был аҙнала һауа температураһы түбән көйө ҡала, тип хәбәр итәләр Башгидромет үҙәгенән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көндәр һалҡын булаКөндәр һалҡын була
Көндәр һалҡын була

Төньяҡ циклонының республика биләмәһенә үтеп инеүе сәбәпле, был аҙнала һауа температураһы түбән көйө ҡала, тип хәбәр итәләр Башгидромет үҙәгенән.

Ғөмүмән алғанда, марттың икенсе декадаһы был осорға хас һауа торошонан 6 градусҡа һалҡыныраҡ була.  

Бөгөн көндөҙ -4, -9°, урыны менән -14° тиклем. Ел көнбайыштан, талғын.

14 мартта һауа температураһы төндә -15, -20 °, ҡайһы бер райондарҙа -22, -27°, көндөҙ - 5, -10°. Бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, талғын. 

15 мартта бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә -17, -22°, аяҙытҡанда - 23, -28°, көндөҙ - 6, -11°.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас