

Башҡортостан хөкүмәтендә берәҙәк эттәр проблемаһы ҡаралды. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йыл һайын медицина учреждениеларына эттән таланыу осрағы менән 400 мең кеше мөрәжәғәт итә. Башҡортостанда былтыр 5 мең кешегә ярҙам кәрәк булған.
Кәңәшмәлә дөйөм хәл хаҡында ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин сығыш яһаны.
Ветеринария идаралығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала 150 мең эт һәм 149 мең бесәй иҫәпләнә, сама менән 50 мең тирәһе хайуан- берәҙәктәр исемлеген тулыландыра.
2018 йылда Дәүләт Думаһы федераль закон ҡабул итте. Уға ярашлы, 2020 йылдың 1 ғинуарынан берәҙәк хайуандарҙы тотоу, стирелләү һәм кире ебәреү мәсьәләһе көйләнде. Эвтаназия тик ауырыу категорияға ғына ҡағыла.
Хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров район башлыҡтарына һәм ветеринария идаралыҡтарына был проблеманы етди күҙәтеүгә тоторға кәңәш итте.
-Берәҙәк хайуандар менән эш иткән подряд ойошмаларҙы етди күҙәтеүгә алырға, иҫәп һәм теркәү алып барыу мөһим, - тип билдәләне етәксе.