+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Марта 2022, 03:40

“Салауат Юлаев” командаһы ярым финалға сыҡты

Кисә “Салауат Юлаев” хоккей командаһы бишенсе уйында “Себер”ҙәрҙе еңде һәм Континенталь хоккей лигаһының Көнсығыш төркөмөндә ярым финалға сыҡты.

“Салауат Юлаев” командаһы ярым финалға сыҡты“Салауат Юлаев” командаһы ярым финалға сыҡты
“Салауат Юлаев” командаһы ярым финалға сыҡты

Кисә “Салауат Юлаев” хоккей командаһы бишенсе уйында “Себер”ҙәрҙе еңде һәм Континенталь хоккей лигаһының Көнсығыш төркөмөндә ярым финалға сыҡты.

Көсөргәнешле алыш 3:2 иҫәбе менән тамамланды. Ә уйындар серияһында беҙҙекеләр 4-1 нисбәте менән еңде. Билдәле булыуынса, хәҙер “Салауат Юлаев” составында сит ил легионерҙары юҡ. Санкцияларға бәйле, Джефф Плэтт, Маркус Гранлунд, Теему Хартикайнен, Сакари Маннинен, Юха Метсола үҙ илдәренә ҡайтып китте.

Артабан Башҡортостан хоккейсылары Силәбенең «Трактор» командаһы менән уйнаясаҡ.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас