+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Марта 2022, 05:22

Үҫмерҙәр өсөн “Спутник М” вакцинаһы килгән

Башҡортостанға үҫмерҙәр өсөн коронавирусҡа ҡаршы “Спутник М” вакцинаһының яңы партияһын килтергәндәр. Был турала республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Үҫмерҙәр өсөн “Спутник М” вакцинаһы килгәнҮҫмерҙәр өсөн “Спутник М” вакцинаһы килгән
Үҫмерҙәр өсөн “Спутник М” вакцинаһы килгән

Башҡортостанға үҫмерҙәр өсөн коронавирусҡа ҡаршы “Спутник М” вакцинаһының яңы партияһын килтергәндәр. Был турала республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Министрлыҡта вакцинаның был партияһы 960 дозанан тороуын билдәләйҙәр. Уны тиҙҙән медицина ойошмаларына таратып бирәсәктәр.

Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: 12 йәштән 15 йәшкә тиклемге балаларға ковидтан вакцинация ата-әсәһенең яҙма ризалығы буйынса үткәрелә, ә 15 йәштән олораҡ үҫмерҙәр документты үҙҙәре тултыра ала.

Башҡортостанда быға тиклем коронавирусҡа ҡаршы прививканы 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге 2880 үҫмер яһатҡан.

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас