+7 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Марта 2022, 05:18

“Инвестиция сәғәте” урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларын ҡараны

Республика Башлығы Радий Хәбиров  хөкүмәттең иҡтисад блогы етәкселәренең кәңәшмәһен үткәрҙе “Инвестиция сәғәте” форматында уҙған ултырышта республикаға федераль аҡсалар йәлеп итеү мәсьәләһе тикшерелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Инвестиция сәғәте” урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларын ҡараны“Инвестиция сәғәте” урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларын ҡараны
“Инвестиция сәғәте” урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларын ҡараны

Республика Башлығы Радий Хәбиров  хөкүмәттең иҡтисад блогы етәкселәренең кәңәшмәһен үткәрҙе “Инвестиция сәғәте” форматында уҙған ултырышта республикаға федераль аҡсалар йәлеп итеү мәсьәләһе тикшерелде.

Башҡортостандың сауҙа- сәғәнәт палатаһы етәксеһе Тимур Хәкимов йыл йомғаҡтарына байҡау яһаны:

-2021 йылда сауҙа- сәнәғәт палатаһы 88 бизнес- миссия үткәргән. Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү ниәте менән беҙ Үзбәкстанда, Тажикистанда үҙ вәкиллектәребеҙҙе астыҡ. Рәсәй сәнәғәтен үҫтереү фонды беҙҙең ярҙам менән  3, 6 миллирад һумлыҡ 7 инвестпроектты финансланы һәм тағы ла 5 проектты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итте. Әлеге санкция сәйәсәте арҡаһында сауҙа –сәнәғәт палатыһы бизнес өлкәһенә ярҙам итеү маҡсатында үҙенең эшен яңы халыҡ-ара йүнәлештәргә борасаҡ,- тине ул.

Республика Башлығы был ялдарҙа Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләрен үткәреүҙе ҡушты.

  • Был ялдарҙа баш ҡалала ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәрегеҙ. Был иһә аҙыҡ-түлеккә булған ығы- зығыны кәметергә ярҙам итәсәк. Аграрийҙарҙың сифатлы тауарҙары баш ҡала халҡына ҡулайлы хаҡтар менән барып етеүен дә күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, - тине Радий Фәрит улы.

Шулай уҡ кәңәшмәлә Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә төҙөләсәк “Көньяҡ ҡапҡаһы” проекты хаҡында ла һүҙ барҙы. Был программаға ярашлы биҫтәлә яңы мәктәп, торлаҡ обьъекттар, транспорт инфраструктураһын төҙөү ҡаралған.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас