

Илдә ковид менән сирләү кәмеүгә табан барғанлыҡтан, битлек режимы яйлап бөтөрөлөүе ихтимал, ти Рәсәй Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, медицина фәндәре кандидаты, табип-иммунолог Сергей Леонов.
Рәсәй халҡы коронавирус йоҡтороу ҡурҡынысына элекке кеүек үтә хәүефләнеп ҡарамай, ләкин әле битлек режимын күҙәтеү зарур.
"Халыҡ уяулығын кәметә төштө. Кешеләр коронавирустың омикрон штамы уларға хәүеф менән янамауын күрә, сөнки ковид менән ауырыусылар күп булһа ла, сирҙең ауыр осраҡтары аҙ осрай. Бындай хәл, әлбиттә, ниндәйҙер кимәлдә кешеләрҙең һағайыуын кәметә. Әммә әлегә битлек режимы һаҡлана”, – тип билдәләне ул Sputnik радиоһына биргән интервьюһында.
Депутат фекеренсә, Рәсәйҙә битлек режимы этаптар буйынса ғәмәлдән сығарылыуы мөмкин.
“Эпидемиологик хәл тулыһынса яйланғас, битлек режимы аҡрынлап бөтөрөлә башлар. Иң тәүҙә сауҙа үҙәктәренә һәм магазиндарға битлекһеҙ индерә башларҙар, тип уйлайым. Шунан транспортта битлек кеймәйенсә йөрөргә мөмкин булыр. Артабан – мәҙәниәт һәм кино учреждениеларында”, – тип йомғаҡланы Сергей Леонов.
Депутат уйлауынса, һуңғы сиратта битлек режимы медицина учреждениеларында бөтөрөләсәк. Ул битлек режимын ғәмәлдән сығарыу хаҡындағы ҡарарҙы Роспотребнадзорҙа ғына ҡабул ителергә мөмкинлеген өҫтәне.