+7 °С
Болотло


«Аслыкүл» тәбиғи паркы биләмәһен тикшергәндә инспекторҙар законһыҙ балыҡ тотоу ҡоралдарына юлыға.
Оҙонлоғо 400 метр булған ауҙы браконьерҙар боҙ аҫтына төшөргән булған.
Тәбиғи парктың айырым структур подразделениеһы начальнигы Гүзәл Ғилманова әйтеүенсә, бындай тикшереүҙәр даими үткәрелә. Законһыҙ балыҡ тотоу осраҡтарын асыҡлауҙан тыш, балыҡтың тонсоғоуына юл ҡуймау өсөн саралар ҙа күрелә икән.