+23 °С
Облачно


«Урал аръяғы — 2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы Сибайҙа 2 июндән 4-нә тиклем үтәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйған.
Унда Ҡаҙағстандан, Азербайжандан, Белоруссиянан һәм башҡа илдәрҙән рәсми делегациялар ҡатнашасаҡ.
Форумда Рәсәй Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институты менән берлектә әҙерләнгән Урал аръяғын инфраструктура йәһәтенән үҫтереү программаһы менән таныштырасаҡтар.
Инвестиция һабантуйы 2022 йылға республиканың Эшлекле календарына ингән.
Фото: "Башинформ"дан.