+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Марта 2022, 10:54

“Тарихта бындай хәл булғаны юҡ ине”

Март айында Башҡортостанда тиҙ төҙөлөүсе өсөнсө ковид-госпиталь, апрель башында дүртенсеһе сафҡа индереләсәк. Туймазылағы һәм Сибайҙағы был госпиталдәрҙе пандемиянан һуң киң йүнәлештә файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Күренекле хирург, медицина фәндәре докторы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы мөхбир-ағзаһы Вил Тимербулатов республикабыҙҙа һуңғы ике-өс йылда һаулыҡ һаҡлау тармағында башҡарылған ғәйәт ҙур эштәр тураһында бына нимәләр һөйләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Тарихта бындай хәл булғаны юҡ ине”“Тарихта бындай хәл булғаны юҡ ине”
“Тарихта бындай хәл булғаны юҡ ине”

Март айында Башҡортостанда тиҙ төҙөлөүсе өсөнсө ковид-госпиталь, апрель башында дүртенсеһе сафҡа индереләсәк. Туймазылағы һәм Сибайҙағы был госпиталдәрҙе пандемиянан һуң киң йүнәлештә файҙаланырға мөмкин буласаҡ. Күренекле хирург, медицина фәндәре докторы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһы мөхбир-ағзаһы Вил Тимербулатов һуңғы ике-өс йылда республикабыҙҙа һаулыҡ һаҡлау тармағында башҡарылған ғәйәт ҙур эштәр тураһында бына нимәләр һөйләй:

“Республикала дауалау учреждениелары бер ҡасан да был тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгәне юҡ ине. Мәҫәлән, Зубоволоғы ковид-госпиталь 53 көндә һалынды. Тарихта бындай хәл булғаны юҡ. Стәрлетамаҡтағы ковид-госпиталь дә яҡынса шул уҡ ваҡыт эсендә сафҡа индерелде”, – тине Вил Мамил улы. Ул бик тиҙҙән Сибайҙа һәм Туймазыла инфекция госпиталдәре файҙаланыуға тапшырыласағын билдәләп үтте. “Һуңғы өс йылда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бығаса булмағанса күп төҙөлдө һәм күп эштәр башҡарылды. Пандемияға ҡаршы көрәш ҙур финанс, матди сығымдар, медицина хеҙмәткәрҙәренең фиҙакәрлеген талап итте. Әммә республика етәкселегенең ифрат оло ярҙамы һөҙөмтәһендә һаулыҡ һаҡлау системаһы һынауҙарға бирешмәне һәм артабан да үҫешен дауам итә. Ковид-госпиталдәрҙән тыш, Өфөлә кардиохирургия комплексы – уникаль үҙәк төҙөлөп бөтөп килә, Учалыла хирургия корпусын һалыу тамамлана,Туймазыла, Дүртөйлөлә балалар поликлиникалары сафҡа индерелде, бик күп поликлиникаларҙа капиталь ремонт уҙғарылды. Был эштәр пандемия осоронда ресурстар сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан ғәмәлгә ашырылды", – тине Вил Тимербулатов. Билдәле табип былар барыһы ла республика етәкселегенең һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ифрат ҙур иғтибары хаҡында дәлилләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас