

Башҡортостан вакцинаның беренсе компонентын яһатҡан ололар һаны буйынса 100 процент күрһәткескә өлгәшкән. Республикала 2 484 690 кеше коронавирусҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын яһатҡан. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 10 мартҡа ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, икенсе компонентын 2 346 397 кеше, йәғни прививка ҡаҙатырға тейешле халыҡтың 94,4 проценты эшләткән.
Пандемия башланғандан алып 253 946 яҡташыбыҙҙа яңы коронавирус инфекцияһы асыҡланған. Һуңғы тәүлектә сир 2 856 ауырыуҙа раҫланған.
Әлеге ваҡытта 246 сирле стационарҙа дауалана, 23-ө ауыр хәлдә, берәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алырға мәжбүр. Ә 35 848 сырхау өйөндә дауалана.
Тәүлек эсендә вирустан 16 кеше вафат булған, афәтле инфекциянан өҙөлгән ғүмерҙәр 5 370-кә етте. Пандемия башланғандан алып коронавирусты еңеүгә өлгәшеүселәр – 212 482, һуңғы тәүлектә 3 990 кеше һауыҡҡан.
Сығанаҡ: "Башинформ".