+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Марта 2022, 09:13

Пенсияның уртаса күләме артҡан

Республикала 2021 йылдың ғинуарында пенсияның уртаса күләме 15 256 һум булһа, ә 2022 йыл башына ул хаҡ 16 399 һум тәшкил иткән, тип хәбәр итә республика статистиктары.

Пенсияның уртаса күләме артҡанПенсияның уртаса күләме артҡан
Пенсияның уртаса күләме артҡан

Республикала 2021 йылдың ғинуарында пенсияның уртаса күләме 15 256 һум булһа, ә 2022 йыл башына ул хаҡ 16 399 һум тәшкил иткән, тип хәбәр итә республика статистиктары. 

Ошо арауыҡ эсендә республикала пенсионерҙар 1,175 миллиондан 1,149 миллион кешегә тиклем кәмегән. Башҡортостанда хаҡлы ялдағыларҙың күпселеге йәки яҡынса 1,051 миллион кешегә страховка пенсияһы түләнә. Быйыл 1 ғинуарға уның уртаса күләме 16 942 һумдан ашҡан. Был 2021 йылдың ғинуарына ҡарағанда 1229 һумға күберәк.

Дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия алыусылар күпкә аҙыраҡ — 99 мең самаһы кеше. Уларҙың уртаса пенсия күләме йыл башына 10 617 һум тәшкил иткән.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас