

Билдәле булыуынса, ҡайһы бер һөнәрҙәр ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ябыҡ. Был тәртип гүзәл заттарҙың һаулығын, йәмғиәттә тотҡан социаль урыны иҫәпкә алып ҡанунлаштырылған.
Ләкин тормош та, йәмғиәтебеҙ ҙә үҙгәрә. Шуның бер сағылышы булып, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һөнәргә тыйыуҙар исемлеге лә ҡыҫҡара. 1 марттан, мәҫәлән, улар самолет һәм вертолеттарҙы хеҙмәтләндергән авиация механигы һәм инженеры булып эшләй ала.
Хәҙер гүзәл заттар ҙур йөк машиналары водителе, автомобиль ремонтлау буйынса слесарь, махсуслаштырылған ауыл хужалығы техникаһын йөрөтөүсе, суднола боцман һәм шкипер була, электричка, шәп йөрөшлө поезд һәм метро поезы машинисы вазифаһын биләй, ун метрҙан да бейеклектә эшләй ала.
Бөгөнгө көндә ҡатын-ҡыҙ хеҙмәте тыйылған һөнәрҙәр исемлеге 456-нан 100-гә ҡалған.