+9 °С
Облачно


Башҡортостандың баш ҡалаһында 12-17 мартта биатлон буйынса Рәсәй Кубогы финалы һәм Рәсәй чемпионаты үтә.
Ярыштарға илдең 30 төбәгенән һәм Белоруссиянан спортсылар килеүе көтөлә. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында төрлө дистанцияла барлығы алты бәйге ҡаралған.
Шуныһы әһәмиәткә эйә: биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысында ойошторола.