+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Марта 2022, 12:58

Ковид-койкалар кәметелә

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар өсөн койкалар һаны кәметеү хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Атап әйткәндә, Дим дауаханаһы һәм 8-се дауахана ғәҙәти эш режимына күсә, Күмертау һәм Салауат ҡалаларындағы ковид-госпиталдәр ябыла.

Ковид-койкалар кәметеләКовид-койкалар кәметелә
Ковид-койкалар кәметелә

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар өсөн койкалар һаны кәметеү хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Атап әйткәндә, Дим дауаханаһы һәм 8-се дауахана ғәҙәти эш режимына күсә, Күмертау һәм Салауат ҡалаларындағы ковид-госпиталдәр ябыла. Был турала бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр иттте.

Аҙаҡҡы тәүлектә 3009 яҡташыбыҙҙа коронавирус асыҡланған. Пандемия башланғандан алып инфекция 251 мең кешелә раҫланған.

“Әлеге ваҡытта стационарҙарҙа 263 ауырыу ковидтан дауалана, шуларҙың 28-е – интенсив терапия бүлектәрендә”, – ти министр. Ул шулай уҡ бөгөнгө көндә 3000 ковид-койканың 41 проценты буш булыуын билдәләне.

Башҡортостанда ике тәүлек рәттән коронавирустан үлем осраҡтары кәмерәк теркәлә. Аҙаҡҡы 24 сәғәттә вирус биш ғүмерҙе өҙгән, унан алдағы көндә 11 сырхау вафат булған. Зәһәр инфекциянан вафат булыусылар 5 354-кә етте, донъя ҡуйыусыларҙың 4 551-е – 60 йәштән өлкәнерәк. Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: быға тиклем афәтле сирҙән көн һайын 17-20 ауырыу вафат була торғайны.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас