+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Марта 2022, 09:36

Ярҙам барып еткән

Башҡортостандың гуманитар колоннаһы Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына барып еткән. Йөк машиналары 2300 километр юл үткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ярҙам барып еткәнЯрҙам барып еткән
Ярҙам барып еткән

Башҡортостандың гуманитар колоннаһы Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына барып еткән. Йөк машиналары 2300 километр юл үткән.

РИА Новостиның тергеҙеү мониторингы  үҙәге начальнигы Виталий Кучеровтың белдереүенә һылтанып биргән мәғлүмәттәре буйынса, Луганск халыҡ республикаһына МЧС колоннаһы 15 автомашинала 130 тонналыҡ гуманитар йөк алып килгән. Уларҙың икәүһе Башҡортостандан, -тиелә  унда

Шулай уҡ тағы ике йөк Донецк республикаһына ла барып еткән.

  • Был ерҙә Бөйөк Ватан һығышы йылдарында байтаҡ Башҡортостан яугирҙары башын һалған. Шуға ла ошо төбәк беҙҙең өсөн сит түгел. Башҡортостандан ике тәүлек эсендә барып еттек. Водителдәр 48 сәғәт дауамында йокламаны. Бырыһы ла был ваҡытлыса ауырлыҡтарҙы аңлау менән ҡабул итте, - тине колонна менән идара итеүсе Башҡортостан хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов.

Уның хәбәр итеүенсә, бер йөк машинаһы Ростов өлкәһе сигендә ҡалған. Ул Красный Луч ҡалаһына юлланасаҡ.

Билдәле булыуынса, гуманитар йөк  4 мартта Өфөнән юл алды. Башҡортостан халҡы 75 тонна гуманитар ярҙам йыйған. Улар араһында аҙыҡ- түлек тауарҙары, өлкәндәр һәм балалар өсөн кейем- һалым, гигиена әйберҙәре һәм башҡа кәрәк- яраҡтар бар.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас