+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Марта 2022, 09:50

Ҡатын- ҡыҙҙар ҡотлау ҡабул итә

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Сибай ҡалаһына барҙы. Етәксе ҡалала йәшәүсе 98 йәшлек ҡатын- ҡыҙ ветеран Сәмиға Рысбаеваны 8 март байрамы менән ҡотланы.

Ҡатын- ҡыҙҙар ҡотлау ҡабул итәҠатын- ҡыҙҙар ҡотлау ҡабул итә
Ҡатын- ҡыҙҙар ҡотлау ҡабул итә

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Сибай ҡалаһына барҙы. Етәксе ҡалала йәшәүсе 98 йәшлек ҡатын- ҡыҙ ветеран Сәмиға Рысбаеваны 8 март байрамы менән ҡотланы.

Сәмиғә Рысбаева - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, декабрь айында уға 98 йәш тулған.

-Һуғышҡа ул 18 йәшендә китә. Авиамеханик, парашюттарҙы һалып тороусы булып хеҙмәт итә. Украинаны, Польшаны һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. 2-се дәрәжә Ватан ордены, “Германияны еңгәне өсөн” һәм башҡа хәрби миҙалдар менән наградланған.

Һуғыштан һуң Сәмиғә Рысмөхәмәт ҡыҙы хәрби заводта, унан рудникта, ташсы булып эшләй. Хөрмәтле ветеранды байрам менән ҡотлайым, уға иҫәнлек- һаулыҡ теләйем. Ике йылдан Сәмиғә апайҙың 100 йыллыҡ юбилейына килергә вәғәҙә бирҙем, - тип яҙған үҙенең сәхифәһендә республикабыҙ Башлығы Радий Фәрит улы.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас