

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 4 мартҡа ҡарата Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 99,87 проценты прививка яһатҡан. 2 331 440 яҡташыбыҙ вакцинацияны тулыһынса тамамлаған (план буйынса – 2,4 миллион).
Прививка кампанияһында иң алда барыусы – Бүздәк районы, унда халыҡтың 140 проценты тиерлек вакцина эшләткән, йәғни план 1,4 тапҡырҙан күберәккә үтәлгән.
25 муниципалитетта күрһәткестәр 100 проценттан кәмерәк. Мәҫәлән, Межгорьела – 77, Октябрьскийҙа – 78, Белорет районында 79 процент тәшкил итә.
Шулай итеп, Башҡортостан коллектив иммунитетҡа өлгәшкән тиерлек. Был иһә пандемияла индерелгән сикләүҙәре алып ташлау мөмкинлеген бирәсәк. Социаль дистанцияны тотоу, ябыҡ бинала битлек кейеү, ҡулдарҙы эшкәртеү тураһында онотмау – моғайын, ошо тәҡдимдәр һаҡланыр. Был төп сараларҙы күҙәтеү вирус йоҡтороуҙан һаҡланырға ярҙам итә, ти табиптар.