+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Марта 2022, 12:49

Сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса иң яҡшы проекттарҙың интерактив картаһы булдырыласаҡ

 Халыҡ һаулығы күбеһенсә йәмғиәт, дәүләт һәм бизнестың берҙәм тырышлығына бәйле, быны ҡатын-ҡыҙ берекмәләренең уңышлы проекттары һәм башланғыстары ла раҫлай. “Яңы ваҡыттың социаль инициативалары: бергәләп – сәләмәт йәмғиәт өсөн” тигән темаға уҙған түңәрәк өҫтәл эксперттары шундай һығымтаға килде.

Сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса иң яҡшы проекттарҙың интерактив картаһы булдырыласаҡСәләмәт йәшәү рәүеше буйынса иң яҡшы проекттарҙың интерактив картаһы булдырыласаҡ
Сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса иң яҡшы проекттарҙың интерактив картаһы булдырыласаҡ

 Халыҡ һаулығы күбеһенсә йәмғиәт, дәүләт һәм бизнестың берҙәм тырышлығына бәйле, быны ҡатын-ҡыҙ берекмәләренең уңышлы проекттары һәм башланғыстары ла раҫлай. “Яңы ваҡыттың социаль инициативалары: бергәләп – сәләмәт йәмғиәт өсөн” тигән темаға уҙған түңәрәк өҫтәл эксперттары шундай һығымтаға килде.

Фекер алышыуҙар ҡатын-ҡыҙҙарҙың иң яҡшы проекттары буйынса Дөйөм Рәсәй конкурсы финалистары һәм еңеүселәре өсөн ойошторолған мәғариф сессияһы сиктәрендә уҙҙы. Уны “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһына ҡараған “Сенеж” идара итеү оҫтаханаһының “Ҡатын-ҡыҙ-лидер” проекты командаһы үткәрҙе. Конкурс йомғаҡтары буйынса  “Ҡатын-ҡыҙҙар – сәләмәт йәмғиәт өсөн”  платформаһында Рәсәй төбәктәренең социаль йүнәлешле проекттарының интерактив картаһы, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүеше идеяларын популярлаштырыусы гүзәл заттарҙың цифрлаштырылған профилдәре булдырыласаҡ.

Команданың проектын Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Терапия һәм профилактик милли медицина тикшеренеү үҙәге, Росконгресс фонды, “Милли өҫтөнлөктәр” автоном коммерция булмаған ойошмаһы һәм Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы Советының “Ҡатын-ҡыҙ һаулығы – милләт именлеге” проекты хупланы. Һаулыҡ темаһына фекер алышыуҙар “Ҡатын ҡыҙҙар – сәләмәт йәмғиәт өсөн” конкурсы еңеүселәрен ҡотлау алдынан уҙҙы. Түңәрәк өҫтәлдән һуң бәйгеселәр өсөн “Сенеж”  идара итеү оҫтаханаһының мәғариф сессияһы ойошторолдо.

“Түңәрәк өҫтәл артында тикшерелгән тема – сәләмәтлекте һаҡлау өлкәһендәге социаль инициативалар һәр гүзәл затты тулҡынландыра. Беҙ проектта ҡатнашыусыларҙың ҡатын-ҡыҙ, балалар, ғөмүмән, ғаилә һаулығына ни тиклем ҙур иғтибар биреүен күрәбеҙ. “Ҡатын-ҡыҙҙар – сәләмәт йәмғиәт өсөн” йәмәғәт проекты командаһы үткәргән Дөйөм Рәсәй конкурсында был өлкәләге инициативалар бөтә төрлөлөгөндә сағылыш тапты”, – тине Рәсәй Йәмәғәт палатаһы секретары Лидия Михеева.

Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар сәләмәт һаҡлауҙың традицион ҡиммәттәрен һаҡлауҙа һәм тәрбиәләүҙә ҡатын-ҡыҙҙың роле айырым әһәмиәткә эйә икәнлеген билдәләне. Тап гүзәл заттар сирҙәрҙе профилактикалау һәм иртә диагностикалау буйынса мөһим проекттар уҙғарыу тәҡдимдәре менән сығыш яһай, ауырыуҙарға һәм уларҙың яҡындарына, сабыйы бәләкәй булған йәш әсәләргә ярҙам итә, сәләмәт йәшәү рәүеше идеяларын төрлө акциялар һәм саралар аша популярлаштыра.

Һаулыҡ темаһы буйынса иң яҡшы социаль проекттар конкурсында әүҙем социаль позициялы, сәләмәт йәшәү, һаулыҡҡа һаҡсыл ҡараш ҡиммәттәрен баһалаусы ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашты. Бәйгегә Рәсәйҙең 40 төбәгенән 200-ҙән ашыу заявка килгән.

Башҡортостандан иһә конкурста ҡатнашыуға 17 заявка ебәрелгән,  өс яҡташыбыҙ финалға үткән. Шулар араһында: “Әсәлек һәм балалыҡ” номинацияһы финалсыһы – БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Диана Фәрәхованың “Бала тап” проекты; “Ҡатын-ҡыҙ һаулығы” номинацияһы финалсыһы – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Милана Скоробогатованың “Иң мөһиме хаҡында... Яңы быуындың репродуктив сәләмәтлеге” проекты; “Сирҙәрҙе профилактикалауҙы һәм сәләмәт йәшәү нигеҙҙәрен популярлаштырыу” номинацияһы еңеүсеһе – Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаеваның “Башҡортостанда халыҡ һаулығы көндәре” проекты.

“Бәхет биләмәһе” хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова әйтеүенсә, сәләмәт йәшәү рәүешен алға ҡуйыусы социаль проекттарҙы һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу өсөн йәмәғәтселәрҙең, коммерция булмаған ойошмаларҙың һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының тырышлығын бергә туплау мөһим.

Ул миҫал итеп Республика медицина профилактикаһы үҙәге тәжрибәһен килтерҙе. Үҙәк, асылда, һаулыҡ һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеүсе майҙансыҡҡа әйләнгән.

 “Республикабыҙҙа, һәм мин ышанам: илебеҙҙең һәр төбәгендә лә, һаулыҡты һаҡлауға, тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән проекттар бик күп. Үҙ уйҙарын бойомға ашырырға әҙер инициативалы, идеялы ҡатын-ҡыҙҙар күп! Уларҙы туплау, ниәттәрен ғәмәлгә ашыра башларға ярҙам итеү, мәғлүмәти яҡтан булышыу мөһим – уларға аралашырлыҡ, үҫерлек майҙан бирергә кәрәк. Бындай системалы ҡараштан башҡа күләмле һөҙөмтә булмаясаҡ. Берләшеп, беҙ нәтижәле эште көйләй аласаҡбыҙ һәм һәр йүнәлештә – сирҙәрҙе профилактикалау булһынмы йәки балаларға дөрөҫ ғәҙәттәр тәрбиәләү йәһәтенәнме – һөҙөмтәне нығытыуға өлгәшәсәкбеҙ”, – тине Каринэ Хәбирова.

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһындағы “Сенеж” идара итеү оҫтаханаһының мәғариф эшмәкәрлеге буйынса проректоры Мария Афонина билдәләүенсә, “Ҡатын-ҡыҙ – лидер” программаһын үткәргәндә күп ҡатнашыусыларҙың йыш ҡына үҙ һаулығы хаҡында ҡайғыртмауы асыҡланған. “Тап шуның өсөн быйыл беҙҙең программала “Ресурслы торош” тигән яңы трек буласаҡ”, – бәйән итте ул.  

Демография проблемаларын хәл итеү, тормош сифатын яҡшыртыу һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыу өсөн, бәләкәйҙән үк һаулыҡҡа һаҡсыл ҡараш, шул иҫәптән дөрөҫ туҡланыу нигеҙҙәрен булдырыу мөһим – түңәрәк өҫтәл артында эксперттар бер тауыштан шундай фекер белдерҙе.

          Белешмә

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” автоном коммерция булмаған ойошмаһы РФ Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса ойошторолдо.

Ойошманың төп маҡсаттары: социаль әүҙемлекте күтәреү, граждандарҙың шәхес булараҡ һәм һөнәри яҡтан үҫешен тәьмин итеү өсөн шарттар тыуҙырыу, шулай уҡ Рәсәйҙә һөҙөмтәле социаль лифттар булдырыу. “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһының күҙәтеүселәр советын Владимир Путин етәкләй.

“Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһы 26 проектты берләштереүсе шул уҡ исемдәге платформаны үҫтерә.

Ойошма эшмәкәрлеге сиктәрендә 2019 йылдың февралендә мәғариф үҙәге –  “Сенеж” идара итеү оҫтаханаһы булдырылған. Унда платформа проекттарында һәм конкурстарында ҡатнашыусылар, әүҙем йәштәр, шулай уҡ идарасылар һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре уҡый. Оҫтахана төрлө мәғариф һәм йәштәр форумдарын, шул иҫәптән “Мәғәнәләр биләмәһе” форумын үткәреү өсөн майҙансыҡ булып тора.

Сығанаҡ: "Башинформ".

 

 

 

 

 

 

Автор:
Читайте нас