+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Марта 2022, 03:33

Республикабыҙҙан ике табип юғары дәүләт бүләгенә лайыҡ булды

Рәсәй Президенты Владимир Путин ковидҡа ҡаршы фиҙакәр көрәшеүсе табиптарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында Башҡортостандан ике табип та бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикабыҙҙан ике табип юғары дәүләт бүләгенә лайыҡ булдыРеспубликабыҙҙан ике табип юғары дәүләт бүләгенә лайыҡ булды
Республикабыҙҙан ике табип юғары дәүләт бүләгенә лайыҡ булды

Рәсәй Президенты Владимир Путин ковидҡа ҡаршы фиҙакәр көрәшеүсе табиптарға дәүләт наградалары тапшырҙы. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән юғары бүләккә 220 медик лайыҡ булды. Улар араһында Башҡортостандан ике табип та бар.

Башҡорт дәүләт медицина университеты проректоры Виталий Викторов – II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн” орденының миҙалын, шул уҡ уҡыу йортоноң дауалау факультеты деканы Дамир Вәлишин Пирогов орденын алды.

“Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путинға хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалауы өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерерәм! Был – яңы коронавирус  инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса Башҡортостан табиптарының бөтә командаһы эше һөҙөмтәһе һәм республиканың барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре эшенә баһа, тип һанайым”,  – тип бүлешә тәьҫораттары менән Дамир Вәлишин.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш инфекционисы, медицина фәндәре докторы, профессор Дамир Әсхәт улы Вәлишиндың журналыбыҙ биттәрендә йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән сығыш яһауын билдәләп китергә теләйбеҙ. Уны лайыҡлы дәүләт бүләге менән ҡотлап, артабан да ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! 

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас