

Рәсәй тренеры Александр Жулин йөрәк өсөн мөһим мельдонийҙы һәм Камиләнең ҡанында табылған триметазидинды спортсылар өсөн тыйылған дарыуҙар исемлегенән алыу кәрәклеге хаҡында белдерҙе. “Ниңә бары өс ил бөтә донъя спортсылары өсөн дарыуҙың ниндәйе мөмкин, ниндәй юҡ, тип хәл итергә тейеш?! Был исемлекте төҙөүҙә бөтә илдәр йәлеп ителергә хаҡлы. Мин йәш спортсыларҙы, киреһенсә, яҡлау яғында. Бәләкәйҙән ҙур көсөргәнеш менән эшләгән йөрәккә ваҡыты-ваҡыты менән ярҙам кәрәк. Мин дә фигуралы шыуыу менән профессионал рәүештә шөғөлләнгәндә аритмия менән интегә инем. Тренер эшенә күсеп көсөргәнеш кәмегәс, йөрәк эшмәкәрлеге яйланды. Ә бит Рәсәйҙә хатта йәш хоккейсылар, фигуристар, саңғысылар араһында көсөргәнешле тренеровкалар мәлендә йөрәге туҡтаған фажиғәле ваҡиғалар йыш осрай – йылына 5-6 кешене юғалтабыҙ. Спортсыларҙың йөрәге ярҙамға, витаминдарға айырыуса мохтаж”, – ти Жулин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Пекин Олимпиадаһында Камилә Вәлиева фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй йыйылма командаһына еңеү яуларға ярҙам итә, әммә спортсының ҡанында табылған допинг-препарат арҡаһында бүләкләү тантанаһы үткәрелмәй.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.