+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Марта 2022, 10:11

Инвестиция проекты тормошҡа ашырыла

“Благовещен”айырым социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә OZON компанияһының логистика комплексы төҙөлә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Инвестиция проекты тормошҡа ашырылаИнвестиция проекты тормошҡа ашырыла
Инвестиция проекты тормошҡа ашырыла

“Благовещен”айырым социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә OZON компанияһының логистика комплексы төҙөлә.

 

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы “Озон Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен Башҡортостандың “Благовещен” айырым социаль-иҡтисади үҫеш территорияһы реестрына индерҙе. Компания бында яңы логистика комплексын булдырырға ниәтләй.

– Благовещенда логистика үҙәге булдырыу локаль һатыусыларҙың һанын арттырырға һәм уларға беҙҙең республикала логистика инфраструктура маркетплейсы менән ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк. Был инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өлкәлә көнәркәшлек мөхитен үҫтереүгә һәм 1404 яңы эш урыны булдырыуға булышлыҡ итә.  Инвестор ике миллиард һум аҡса һалырға ниәтләй, – ти республиканың Премьер-министры Андрей Назаров.

Комплекста тауар ҡабул итеү, һаҡлау, комплектациялау, төрөү һәм бушатыу хеҙмәттәре ойоштороласаҡ. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу ваҡыты – 2022 – 2028 йылдар.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас