

Ишембай районы умартасылары 5 мартта үтәсәк флешмобта ҡатнашыуҙан баш тартты. Билдәле булыуынса, был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә иғлан ителгәйне. Урындағы умартасыларҙың эшсе төркөмө рәйесе Рәфил Алтынбаев әйтеүенсә, ошондай ҡарар Иҫәкәй, Һәргәй, Ибрай һәм Маҡар ауылдарының умарта тотоусылары тарафынан хәл ителде.
Урындағылар билдәләүенсә, улар республика хөкүмәте менән бөтә бәхәсле һорауҙарҙы үҙ-ара ҡараған. Бынан тыш ҡорт тотоусыларға инвестор һәм “Би Хэппи” компанияһы Маҡар урмансылығында урынлашҡан урман участкаларына дәғүә белдермәйәсәк тигән гарантия бирелгән.
Элегерәк хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан хөкүмәте Ишембай районы умартасыларына һәр яҡлап ярҙам итәсәк. Һуңғараҡ Ишембай район- ара прокуратураһы төбәк биләмәләрендә сит ил ҡорттарын урынлаштырыу ихтималлығына тикшереү үткәрҙе.