+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Марта 2022, 11:55

Кеше ҡайғыһына битараф түгелбеҙ

Башҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам ебәрҙе. Республика Башлығы Радий Хәбиров  ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтен белдергән.

Кеше ҡайғыһына битараф түгелбеҙКеше ҡайғыһына битараф түгелбеҙ
Кеше ҡайғыһына битараф түгелбеҙ

Башҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам ебәрҙе. Республика Башлығы Радий Хәбиров  ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәтен белдергән.

-Беҙ туғандаш Донбасс халҡы тиһәк, был ҡоро һүҙҙәр түгел. Ошо төбәк менән Башҡортостанды элекке дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында атай- олатайҙарыбыҙ тап ошо ерҙә ҡаты алыштар алып барған. Унда  Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов етәкселегенәдге 112 –се Башҡорт атлыры яу юлы үткән.

Әле лә  ғәҙелһеҙ ғәйепләүҙәргә, кешеләрҙең ҡайғыһына битараф түгелбеҙ.  Башҡортостанда Луганск һәм Донецк республикаларынан 2 меңгә яҡын кешене ҡабул итеүгә урындар ҙа әҙерләнде, йәмәғәт штабы үҙ эшен дауам итә. Бөгөн гуманитар ярҙам менән сыҡҡан йөк машиналарына генерал Шайморатов фоторәсеме беркетелде. Ул Донбасс халҡын фашистарҙан азат итеү өсөн үҙ ғүмерен биргән,- тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә.

Гуманитар ярҙам йыйыуҙа бөтә республика төбәктәре һәм ябай кешеләр ҙә ҡатнашҡан.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас