

Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр республикала инвалид балаларҙы реабилитациялауға йәмғеһе 96 миллион һумға 2299 исемле сертификат бирелгән. Был сертификаттар ярҙамында дәүләткә ҡарамаған милек формаһындағы ойошмаларҙа реабилитация үтергә мөмкин.
Дөйөм суммаһы тағы ла 11 миллион һум тәшкил иткән 1042 сертификат реабилитациялауҙың техник саралары менән тәьмин итеү өсөн бүленгән.
Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең сертификаттарҙы дәүләткә ҡарамаған милек формаһындағы ойошмаларҙа файҙаланыу мөмкинлеге 2019 йылда тыуҙы.
Былтыр социаль ярҙам саралары күрһәтеүгә 30 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән, был 2020 йыл менән сағыштырғанда 10 процентҡа күберәк. Республикабыҙҙа 1,5 миллионға яҡын кеше социаль ярҙам ала, шуларҙың 455 меңе – өлкән йәштәгеләр, 393 меңе айырым категорияға ҡарай.
Сығанаҡ: “Башинформ”.