+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Марта 2022, 04:05

Һауа температураһы тотороҡһоҙ була

Башҡортостанда алдағы көндәр тотороҡһоҙ һауа температураһы менән айырылып торасаҡ, тип белдерә синоптиктар. 

Һауа температураһы тотороҡһоҙ булаҺауа температураһы тотороҡһоҙ була
Һауа температураһы тотороҡһоҙ була

Башҡортостанда алдағы көндәр тотороҡһоҙ һауа температураһы менән айырылып торасаҡ, тип белдерә синоптиктар. 

4 мартта урыны менән бер аҙ ҡар яуа, боҙлауыҡ була. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын.

Һауа температураһы төндә -4,-9 градусҡа тиклем түбәнәйә, аяҙытҡанда 15 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ -2,-4 градус йылы була. Республиканың таулы райондарында һауа +6 градусҡа тиклем йылына.

5 мартта бер аҙ епшек ҡар яуа. Урыны менән сымдарға һәм ағастарға уның һырыуы, боҙлауыҡ, буран, юлдарға көрт һалыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, иртән һәм көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә -3,-8 градус булһа, көндөҙ урыны менән +1 градусға тиклем йылыта.

Автор:
Читайте нас