

10 мартта көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем Рәсәй Федерацияһы Президентының Башҡортостан Республикаһындағы ҡабул итеү бүлмәһендә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре ҡатнашлығында тура телефон бәйләнеше ойошторола.
Башҡортостан халҡының социаль ярҙам сараларын күрһәтеү буйынса һорауҙарына ветерандарға һәм граждандарҙың башҡа категорияларына социаль ярҙам бүлеге етәксеһе Наталья Козка, ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам ойоштороу бүлеге етәксеһе Юлия Ардаширова яуап бирә.
Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (3472) 29-74-76, 8 (3472) 29-74-58.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.